+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
27 Март 2020, 15:12

Ейәнсурала ла шахматсылар күп!

«Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһе дауам итә. Ә унда иң күп ҡатнашыусылар Ейәнсуранан!


Бигерәк тә иҫәнғолдар ҡыуандыра. Бының өсөн Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы Садиҡоваға рәхмәт әйтәбеҙ. Ул өс мәктәптә йәш шахматсылар түңәрәген алып бара. Беҙҙең гәзит үткәргән конкурста ла ҡатнашып торалар, еңеү ҙә яулай­ҙар. Белгегеҙ килһә, Эльвира Ғәбделбарый ҡыҙы үҙе лә бәләкәйҙән шахмат ярата.

– Мин Бөрйән яғынан булам. «Йәншишмә» үткәргән бәйгелә ҡатнаша торғайным. Хәҙер бына Ейәнсурала үҙем балаларҙы шахмат серҙәренә өйрәтәм, – ти ул.
Читайте нас: