+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
24 Апрель 2020, 12:38

Дүртенсе тур

Етенсе мәсьәлә Аҡтар башлай ҙа өс йөрөштән мат ҡуя.


Миниатюраның авторы – А. Галицкий (1890). Цугцвангҡа ҡоролған мәсьәлә.

Аҡтар башлап, был юлы ла өс йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.

Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крb8, Лd3, Са8, пb2 (4 фигура), ҡаралар – Кра4, Кһ1, пb4 (3 фигура).

Был мәсьәләне В. Коваленко төҙөгән (2009). Сиселештең дүрт вариантын табырға кәрәк.


Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ
(«Йәншишмә», №13, 27 март, 2020 йыл.)
Бишенсе мәсьәлә
1. Крd6 – d7! Крd3 – е4
2. Лс5 – d5! Кре4:d5
3. Фf2 – d4х.
Алтынсы мәсьәлә
1. Фb6 – һ6!
Оҙон йөрөш. Цугцванг;
1. ... Кра4 – b4
2. Фһ6 – с1 Крb4 – а5 (а4)
3. Фс1 – а3х;
1. ... Кра4 – а5
2. Кра2 – b3 b5 – b4
3. Фһ6 – b6х.
Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуапты Ильяс ҮҘӘНБАЕВ (Иҫке Собханғол, Бөрйән), Данил АРХИПОВ, Эмиль БИРҘЕҒОЛОВ, Филүс ҒӘЛИМОВ, Данил МУРАВЛЁВ, Максим НЕСТЕРОВ, Ибраһим НОҒОМАНОВ, Максим ЧЕРЕПАХИН, Данис ЙОМАҒОЛОВ, Айҙар ЯППАРОВ (Арсен), Салауат УРАЗАЕВ, Эльза ҠЫУАН­ДЫҠОВА (башҡорт интернат-гимназияһы), Любава ЛИПСКАЯ, Алёша АНФИЛОВ, Айгизәр ЙӘМҒОРОВ (Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәп), Регина һәм Рәил САДИҠОВтар, Даян ҠӘҘЕРБӘКОВ, Алина ИСКӘНДӘРОВА (2-се мәктәп, Иҫәнғол, Ейәнсура) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы хеҙмәт ветераны Марат МӘМБӘТОВ (Әбүбәкер, Хәйбулла), уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡый­ғы) ебәргән.

ШАХ БАБАЙ.



Читайте нас: