+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
26 Июнь 2020, 13:37

Буш ваҡытығыҙҙа сисегеҙ

Аҡтар башлап, ике йөрөштән мат ҡуя.


Был миниатюраның авторы – Н. Власенко (Петрозаводск).

Яуаптарығыҙҙы тикшереп ҡарағыҙ
(«Йәншишмә», №22, 29 май, 2020 йыл.)

Туғыҙынсы мәсьәлә


Биш йөрөштән мат булырға тейеш.

1. Крg7 – g6 Крd8 – е8

2. Ке7 – f5 Кре8 – f8

3. Сg5 – е7+ Крf8 – g8

(3. ... Крf8 – е8

4. Кf5 – g7х.)

4. Кf5 – һ6+ Крg8 – һ8

5. Се7 – f6х.

Унынсы мәсьәлә


Шулай уҡ биш йөрөштән мат ҡуйырға кәрәк ине. Бында аҡтар ҡыҫҡа рокировка яһай. Был осраҡта е1 шаҡмағындағы аҡ король һәм һ1 шаҡмағындағы ладья алдан йөрөш яһағанын иҫбатлап булмай.

1. 0 – 0! Крһ4:һ3

2. Лf1 – f4 Крһ3 – һ4

3. Крg1 – һ1 Крһ4 – һ3

4. g4 – g5 f6:g5

5. Ке4:g5х.


Был ике мәсьәләгә лә дөрөҫ яуапты Ильяс ҮҘӘНБАЕВ (Иҫке Собханғол, Бөрйән) һәм конкурстан тыш ҡатнашыусы хеҙмәт ветераны Марат МӘМБӘТОВ (Әбүбәкер, Хәйбулла), уҡытыусы Илһам ЛАТИПОВ (Алағуҙ, Ҡыйғы) тапҡан.

Күңелле йәйге каникул бара. Беҙ ҙә сентябргә тиклем «Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһен туҡтатып торабыҙ.

2020 йылдың тәүге ярты йыллығына йомғаҡ яһалды. Кемдәр еңеүсеме? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ейәнсура районынан йәш шахматсылар һуңғы ике мәсьәләгә яуап ебәрмәне. Тимәк, Ильяс Үҙәнбаев – еңеүсе! Уға иҫтәлекле бүләгебеҙҙе тапшырасаҡбыҙ.

«Йәншишмә»нең күптәнге дуҫтары булған Марат Мәмбәтов менән Илһам Латиповҡа ла рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Улар ҙа бирелгән ун мәсьәләне дөрөҫ сисә алды. Афариндар!

ШАХ БАБАЙ.

Читайте нас: