+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
25 Сентябрь 2020, 12:49

Шах бабай бәйгеһен иғлан итә

Йәш шахматсылар, әҙерһегеҙме? Шах бабай үҙенең сираттағы бәйгеһен иғлан итә. Ул 2020 йылдың 30 декабренә тиклем барасаҡ.

Һеҙгә 10 мәсьәлә тәҡдим ителәсәк. Күберәген миниатюралар (фигуралар һаны 7-гә тиклем) һәм көсһөҙ фигуралы композициялар. Яуаптарығыҙҙы 20 көн эсендә редакцияның электрон почтаһына һуңлатмай ебәрергә кәрәк.

«Серле шаҡмаҡтар» бәйгеһендә мәктәп, лицей, гимназия уҡыусылары, шахмат түңәрәге ағзалары ҡатнаша ала.

Яуап ебәргән хатығыҙҙа исем-фамилияғыҙҙы, нисә йәштә икәнегеҙҙе, нисәнсе синыфта, ҡайһы мәктәптә уҡыуығыҙҙы, тулы адресығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ, йәме. Еңеүселәр 2021 йылдың ғинуар айында билдәле буласаҡ. Уларға «Йәншишмә» гәзите редакцияһының иҫтәлекле бүләге һәм Почёт грамотаһы тапшырыласаҡ.


Аҡтар башлай ҙа ике йөрөштән мат ҡуя.

Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крһ1, Фd4, Сf5, пf3 (4 фигура), ҡаралар – Крg3, ппd5, һ5 (3 фигура).

Миниатюраның авторы – Б. Жежерун (Беларусь). Цугцванг.

Аҡтар башлап, был юлы ла ике йөрөштән мат ҡуйырға тейеш.

Позицияны ҡабатлайбыҙ. Аҡтар – Крg7, Фһ1, Кb5, Ке8, пс6 (5 фигура), ҡаралар – Крb8, Сf2 (2 фигура).

Был мәсьәләне В. Шматов (Воронеж өлкәһе) төҙөгән.

Барығыҙға ла уңыштар!

ШАХ БАБАЙ.

Читайте нас: