+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
18 Октябрь 2021, 13:25

Социаль программа көнө

 Рәсәй чемпионатының суперфиналында әле Рәсәй Шахмат федерацияһы һәм Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың Хәйриә фонды тарафынан тормошҡа ашырылған "Музейҙарҙа шахмат" программаһы нигеҙендә үткәрелгән социаль программа көнө бара.

Социаль программа көнө
Социаль программа көнө

Был көндө йәш шахматсылар һәм шахмат хәрәкәте ветерандары  гроссмейстер менән бер үк ваҡыттағы сеанста уйнай, лекция тыңлай, оҫталыҡ дәресендә йәки турнирҙа ҡатнаша ала.

Ошо көндәрҙә Өфөлә үткән сараларҙың береһендә 50-ләп кеше ҡатнашты. М.В. Нестеров исемендәге Башҡортостан художество музейында бер үк ваҡыттағы уйын сеансы булды.Унда билдәле гроссмейстер, тренер һәм комментатор Сергей Шипов менән Республика дистанцион белем биреү үҙәгенең Стәрлетамаҡ бүлексәһе, насар ишетеүсе балалар өсөн Стәрлетамаҡ коррекция мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәре һәм уларҙың уҡытыусылары уйнаны.

Сеанстан һуң барлыҡ ҡатнашыусылар ойоштороусыларҙан һәм партнёрҙарҙан бүләктәр алып ҡыуанды. Музей директоры Айрат Тереғолов Сергей Шиповҡа иҫтәлеккә нәфис альбом да тапшырҙы. Башҡортостан Республикаһының Шахмат федерацияһы президенты Филүс Ишбулатов та ойоштороусыларға бүләктәр әҙерләгән.

Шулай уҡ "Башҡортостан Лайфстайл" үҙәгендә бер үк ваҡытта 38 таҡтала уйындар үтте. Унда балалар менән гроссмейстер һәм комментаторҙар Евгений Мирошниченко һәм Александр Шиманов уйнаны. Оҫталар бөтә партияларҙа ла еңеп сыҡты, ләкин бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.

Шунда уҡ балалар блицтурниры ла ойошторолдо, унда республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 35 бала ҡатнашты. Даниил Никифоров һәм Самат Мөхтәров 7 мөмкинлектән 6-шар мәрәй йыйҙы; иң яҡшы өҫтәмә күрһәткестәр Даниилды беренсе урынға сығарҙы. Артём Мәҡсүтов уларҙан ярты мәрәйгә генә артта ҡалды. Ҡыҙҙар араһында иң яҡшы һөҙөмтәне Елизавета Соколова күрһәтте.

Ярышта ҡатнашыусыларға Өфө буйлап экскурсия ла тәҡдим ителде. Рәсәй чемпионаттарының суперфиналын Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Елена һәм Геннадий Тимченколарҙың Хәйриә фонды ярҙамында Рәсәй Шахмат федерацияһы үткәрә. Генераль партнёр – "ФосАгро" асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Партнёрҙар: "Аэрофлот" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, ArtRusse, Башҡортостан Республикаһының Шахмат федерацияһы һәм М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы.

 

 

 

Социаль программа көнө
Социаль программа көнө
Социаль программа көнө
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: