-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
19 Ноябрь 2024, 15:19

Иң шәп шашкасылар кемдәр?

Өфөлә 11 – 17 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында 100 шаҡмаҡлы шашка буйынса республика ярышы үтте. Иң-иңдәр Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡ.  

Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?

Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан, Иглин, Ҡалтасы райондарынан килгән спортсылар араһында Донъя һәм Европа беренселеге еңеүселәре –  Софья Степанова, Илдар Ғиләжев, Алина Динисламова, Сафия Танһыҡҡужина, шулай уҡ Рәсәй беренселеге еңеүселәре һәм призерҙары ла бар ине. 

Ярыш ярыш инде: һәр йәш төркөмөндә көсөргәнешле уйындар барҙы. Һөҙөмтәлә 11 йәшкә тиклемгеләр араһында Стәрлетамаҡтан Самира Булташева һәм Ишембайҙан Илдар Буранов "йәшен тиҙлегендәге" уйында иң көслөһө булып табылды. Өфөнән Алина Динисламова менән Эмиль Меньков тиҙ уйында еңеүсе исемен алды. 

17 йәшкә тиклемгеләр араһында классик программала –  Ишембайҙан Софья Степанова һәм Ринат Кирәйев, "йәшен тиҙлегендәге уйын"да –  Өфөнән Сафия Танһыҡҡужина һәм Илхан Байназаров, тиҙ уйында шулай уҡ Сафия Танһыҡҡужина һәм Илдар Ғиләжев иң-иңдәр булды. 

Ярышты ябыу тантанаһында еңеүселәргә һәм призерҙарға  Спорт министрлығының грамота һәм миҙалдары, Милли йәштәр театрынан саҡырыу билеттары, "Бәрәкәт", "Ориза" кафеларынан бүләктәр, сертификаттар тапшырылды. 

Алтын миҙал яулаған 12 спортсыға шашка композициялары менән магниттар бүләк ителде. 

Анатолий БАБИНЦЕВ фотолары. 

 

 

 

Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Иң шәп шашкасылар кемдәр?
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас