-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
5 Май 2025, 20:40

Ишембайҙар – иң көслө шашкасылар!

Апрель аҙағында “Торатау” конгресс-холында “Мөғжизәле шашкалар” Бөтә Рәсәй ярыштарының төбәк этабы уҙҙы. Ул 1966 йылдан алып мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелә.

Ишембайҙар – иң көслө шашкасылар!
Ишембайҙар – иң көслө шашкасылар!

Дүртәр кешенән торған 30 команда республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылғайны. Шарт буйынса улар барыһы ла – 14 йәшкә тиклемгеләр. Уның ҡарауы, араларында инде спорт мастерлығына кандидаттар бар!

Ярыш ныҡ ҡыҙыу барҙы. Шулай итеп, беренсе урынды Ишембайҙағы 2-се мәктәп спортсылары яуланы. Икенселә – Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, өсөнсөлә – Ишембай ҡалаһының 1-се мәктәбенән килгән шашкасылар. Баймаҡтағы 3-сө мәктәп тәрбиәләнеүселәре дүртенсе урынға сыҡты. Уларҙы спорт министрлығы бүләкләне.

Ә мәғариф һәм фән министрлығы ауыл мәктәптәре уҡыусыларын билдәләп үтте. Иң көслөләре булып 1-се Ҡалтасы, Баймаҡ районы 1-се Төркмән, Бөрйән районы Иҫке Собханғол мәктәптәре шашкасылары танылды.

Шулай уҡ шәхси күрһәткестәр буйынса иң шәп 12 уҡыусы билдәләнде. Барыһын да ҡотлайбыҙ!

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас