Уның фекеренсә, уйын йәһәтенән ҡарағанда, шашка төрлө быуын кешеләрен берләштереүе менән әһәмиәтле һәм файҙаһы ҙур.
– Минең өсөн шашка иң беренсе сиратта - ауыр эш, хеҙмәт. Шашка донъяһына ныҡлап инеп китһәң, унда сәнғәт элементтары ла булыуын аңлайһың. Бик күп партиялар уйналған, әммә береһе лә ҡабатланмай. Балалар хыялланырға, хыялдарына ынтылырға тейеш. Ә уйын аша быға өлгәшеүе ҡыйын түгел. Фестивалдә йәш шашкасыларға танылған спортсылар менән уйнап ҡарау бәхете лә тейҙе, был иһә уларҙа үҙҙәренең көсөнә ышанысты арттырғандыр, – тине Айнур Шәйбәков фестивалдә йәш быуынды уйын аша спортҡа ылыҡтырыуҙың әһәмиәтен билдәләп.