-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Серле шаҡмаҡтар
6 Февраль , 11:23

Реана көмөш миҙал алған

Республикабыҙҙың йәш шахматсылары ҙур уңыштары менән даими ҡыуандырып тора. Реана Кинйәбулатова алты йәшенән төрлө кимәлдәге шахмат ярыштарында ҡатнашып, үҙен балалар араһында көслө шахматсы булараҡ танытты.

Реана көмөш миҙал алған
Реана көмөш миҙал алған

Башҡортостан чемпионы. 2024 йылда Грузияла балалар араһында үткән I донъя кубогында тиҫтерҙәре араһында еңеүсе булғайны. 

Әле Сочи ҡалаһында шахмат мәсьәләләрен сисеү буйынса Рәсәй беренселегендә 9 йәшлек уйынсылар араһында көмөш миҙал алған. Реана Өфөләге Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияла уҡый. «Толпар» клубында Рәсәй гроссмейстеры Урал Хәсәновта шөғөлләнә. Әйткәндәй, Урал гроссмейстер исеменә 2024 йылда 18 йәшендә генә лайыҡ булғайны. 15 йәшендә шахмат мәсьәләләрен сисеү буйынса донъя чемпионы исемен яуланы. Уҡыусыһы Реанаға ла ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Фото: com.

 

Реана көмөш миҙал алған
Реана көмөш миҙал алған
Реана көмөш миҙал алған
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас