Баш ҡаланың «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Бирешмә» төркөмөнөң тәүге айырым концерты үтте. Ул Ғафури районы Красноусолдағы 2-се мәктәптең VII синыф уҡыусыһы, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән Руслан Шәрәфетдиновҡа ярҙам итеү ниәте менән ойошторолғайны. Рамаҙан айында бик изге эш башҡарҙылар.
Руслан «Бирешмә»ләр менән интернет аша танышып дуҫлашҡан икән. Үҫмер ошо исемдәге сериалды бик яратып ҡараған. Унда Данирҙың һеңлеһенең хәле насарайып китә лә операция эшләтергә аҡса йыйыу өсөн йәш йырсылар концерт ҡуя. Руслан менән осрашҡас, «Бирешмә»ләр фильмдағы идеяны ысынбарлыҡта тормошҡа ашырырға була. Шулай итеп, дуҫлыҡ һәм изгелек концерты ойошторола.
– Бирешмә, Руслан! Бына ҡайһылай күп һиңә ярҙам итергә теләүселәр! Улар барыһы ла – һинең дуҫтарың, – тине йәш артистар, зал тулы халыҡҡа күрһәтеп.
Руслан – Ҡауарҙы ауылынан, әсәһе менән йәшәй.
– Өйҙә уҡытырға тәҡдим иткәйнеләр, ризалашманыҡ. Мәктәпкә йөрөп, тиҫтерҙәре араһында булыуға, иптәштәре менән аралашыуға етмәй инде ул, – ти әсәһе.
Үҫмер һүрәт төшөрөргә ярата икән. Диңгеҙгә арналған рәсемдәре лә бар. Руслан бығаса йылы яҡта булмаған. Ә концертта уға Ҡырымдағы шифаханаға әсәһе менән бергә ял итеү өсөн сертификат тапшырылды. Беҙҙең редакция иһә «Йәншишмә» гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итте.
Концерт шәп булды. «Бирешмә»ләр быйыл «Йәшлек-шоу»ҙа ла I урын яуланы бит әле. Данир Ғимаҙиев, Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев һәм Гөлгенә Баһауетдинова бергә лә, айырым да йырланы. Билдәле йырҙарҙы яңыртып башҡарыуҙары, сериал өсөн яҙылғандары ла бик оҡшаны. Бүләктәр уйнатылды, конкурстар ойошторолдо. Сағыу тамашаға РNT, Илнур Рамаҙанов, «Бүреләр»ҙән Илшат Абдуллин һәм «Тамыр» йыр ансамбле йәм өҫтәне. Ә «Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты» «Бирешмә»не тәүге концерты менән ҡотлап, барыһын да тәмле торт менән һыйланы.
Тамашаны алып барыусы «Тамыр» йондоҙҙары Сафия Ғайсина һәм Венер Фәйзуллин, әлбиттә, сериалдың дауамы тураһында ла һүҙ ҡуҙғатып алды. Күптәр көтә шул уны. Мәҫәлән, йәш хәбәрсебеҙ Лидиә Динмөхәмәтова бына нимә ти:
– «Бирешмә»нең сығыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алдым һәм һәр бер серияһын һоҡланып, геройҙар менән бергә үҙем булған кеүек, тулҡынланып, уйға батып ҡараным. Әлбиттә, ошо ҡыҫҡа ғына арала Данир, Гөлгенә, Хәйҙәр, Гәлсәрҙе бөтә республикалағы тиҫтерҙәре яратып өлгөрҙө. Уларҙың фильмда ғына түгел, ә ысын тормошта ла һынауҙар алдында бирешеп ҡалмай, кешеләргә ҡарата изге күңелле, мәрхәмәтле булыуҙары менән мине таң ҡалдыра.
Тиҙҙән сериалдың дауамы ла булыр, тип ышанам. Сюжеты ниндәй булһа ла, иң мөһиме – был фильм уйландыра, дөрөҫ фекерләргә һәм яҡын кешеләребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булырға өндәй.