+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
16 Ноябрь 2018, 16:30

Госпиталдә инәй-олатайҙар янында

Терелткән дә тел, үлтергән дә тел… Был әйтемдең мәғәнәһен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай, шулай бит? Кешенең бер йылы һүҙе әллә ниндәй дауаларыңдан артыҡ ҡайһы ваҡытта. Берәйһе сирләп-фәлән китһә, боронғолар иң башта һүҙ менән имләп ҡараған, аҙаҡ ҡына үлән төнәтмәләренә һәм башҡаларына күсер булған.

Терелткән дә тел, үлтергән дә тел… Был әйтемдең мәғәнәһен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлай, шулай бит? Кешенең бер йылы һүҙе әллә ниндәй дауаларыңдан артыҡ ҡайһы ваҡытта. Берәйһе сирләп-фәлән китһә, боронғолар иң башта һүҙ менән имләп ҡараған, аҙаҡ ҡына үлән төнәтмәләренә һәм башҡаларына күсер булған.
Өфө медицина колледжы студенттары ла яҡшы һүҙ һәм шәп кәйеф – сәләмәт­лек сығанағы икәнен әленән яҡшы аңлай. Беренсе курс­та ғына уҡыуҙарына ҡарамаҫтан, улар шәп сара уйлап тапҡан. Республиканың төрлө төбәгендә тыуып үҫеп, әлеге уҡыу йортонда берләшеп, дуҫлашып алған буласаҡ шәфҡәт туташтары яңыраҡ өлкәндәр­ҙең хәлен белергә тип баш ҡаланың Туҡай урамында урынлашҡан Һуғыш ветерандары госпиталенә килде. Дәртле студенттар һаулығын нығытып ятыусы инәй-олатайҙар менән аралашты, матур итеп әҙерләнгән концерт номерҙары күрһәтте. Дауаланыусылар һәр сығышты көслө ал­ҡыштарға күмде. Борай ҡы­ҙы Гөлназ Зарипова «Уралым» йырын башҡарған саҡта тамашасыларҙың күҙ­ҙәренә йәштәр тығылды. Кешеләргә ҡарата иғтибарлы, ярҙамсыл Гөлназ тап ошо һөнәр­ҙе һайлауына ҡыуанып бөтә алмай.
– Йәш быуын күңеленә шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, изгелек орлоҡтары һалып үҫтерергә бурыслыбыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең уҡыу йортонда медицина йүнәлешендә белем биреү менән генә сикләнмәйбеҙ, балаларҙы шәхес булараҡ та тәрбиәләргә ынтылабыҙ. Уҡырға килгән 15 йәшлек ҡыҙҙар, егеттәр араһында ата-әсәйһеҙ ҡалған етемдәр ҙә бар. Уларҙы үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алып, дөрөҫ тормош маяғын күрһәтеп, һөнәр үҙләштерергә ярҙам итәбеҙ. Бөгөнгө сара иһә ике яҡ өсөн дә файҙалы һәм фәһемле булғандыр, тим. Дауаланыусы өлкән быуын вәкилдәре беҙҙең концерттан һуң тиҙерәк шәбәйеп китер, тигән ышаныстабыҙ, – ти студенттары менән бергә килгән етәкселәре, шәфҡәт туташтары бүлеге мөдире Ал­һыу Флүр ҡыҙы Мөслимова.
Ҡыҙҙар, егеттәр бер-береһе менән дуҫлашып та бөткәндәр инде. Бер ғаилә кеүектәр. Алһыу Флүр ҡы­ҙын бигерәк яраталар, икенсе әсәйебеҙ кеүек, ти­ҙәр хатта.
Уҡыу йортонда яҡшы белем алыуҙан тыш, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Концерттар менән райондарҙа ла сығыш яһа­ғандары бар икән. Бына шундай һәләтле балалар уҡый медицина колледжында.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Читайте нас: