-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
10 Сентябрь 2019, 12:08

Изгелек ерҙә ятып ҡалмай

Башҡортостандың йәш гвардияһы «Изгелек эше» акцияһына ҡушылып, Иглин районда йәшәгән күп балалы әсәгә ярҙам күрһәтте.

Был ғаиләгә мунса өсөн утын һәм тыуасаҡ балаға коляска, йорттарының стенаһын төҙөкләндереүгә төҙөлөш материалдары кәрәк ине.

– Земфира Дәүләтованың ғаиләһе Башҡортостанда «Изгелек эше» акцияһы буйынса адреслы ярҙам алыусыларҙың беренсеһе булды. «Изгелек хәрәкәттә» хәйриә фонды булышлығы менән бөтә кәрәкле әйберҙәр алынды һәм ремонт та үткәреләсәк. Балаларға «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» акцияһы һөҙөмтәһендә мәктәп кәрәк-яраҡтары ла тапшырылды, – ти Йәш гвардия штабы етәксеһе Люциә Юлыева.

Земфира Дәүләтова изгелек эшләгән кешеләргә ҙур рәхмәтен белдерә.

Читайте нас: