+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
21 Ноябрь 2019, 14:40

Эшҡыуар коттедж бүләк иткән

Дүртөйлөлә Әсә көнөнә арналған форум үткән.

Сараға республиканың 30 районынан ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған. Каринэ Хәбирова ла ҡатнашҡан. Бик йылы байрам булған.
Барыһын да шаҡ ҡатырған, шатландырған яңылыҡ: ошо форумда исемен әйтергә теләмәгән эшҡыуар Ғафури районынан 5 балалы ғаиләгә ике ҡатлы коттедж бүләк иткән! Була бит шундай изге йөрәкле кешеләр! Бығаса Хәкимовтар ғаиләһе иҫке генә өйҙә йәшәгән. Атай кеше инвалидлыҡ буйынса пенсия ғына ала, әсәйҙәренә ауылда эш юҡ. Хәҙер ғаилә Туймазы районы Ҡандракүл ауылына күсәсәк. Яңы йорттары ҡотло булһын, иҫән-аман йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: