+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
20 Май 2020, 08:11

«Изге былау» сирле балаларға ярҙам күрһәтә

Баш ҡалабыҙҙа «Мәрхәмәт» хәйриә фонды сираттағы «Изге былау» аш-һыу байрамын онлайн рәүештә ойоштора. Быйыл был фестиваль Рәсәй кимәленә күтәрелеп, илебеҙҙең биш ҡалаһынан һәм сит илдән 10 ресторан ҡатнашыуы көтөлә.

26 майҙа иртән бөтә ҡатнашыусылар былау бешерәсәк, ә уларҙың оҫталығын абруйлы баһалама төркөмө тәмләп, баһа ҡуясаҡ. Бешерелгән ризыҡ добрыйплов.рф онлайн-майҙансығында һатыла. Заказдар 25 майға тиклем ҡабул ителә.
Баш ҡалабыҙ ресторандарында бешерелгән былауҙы һатыуҙан килгән аҡса Бәләбәй районынан 10 йәшлек Мәликә Шивырягинаға ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтелә. Ул һөйләшмәй, йөрөмәй, церебраль фалиждан яфалана. Ҡыҙға 149 мең һумлыҡ махсус инвалид коляскаһы алынасаҡ.
Читайте нас: