Әлиә һәм Николай Кузнецовтар ғаиләһе 4 бала тәрбиәләй. Ҙурҙары Арсен беренсе синыфта уҡый, Агата һәм Нурлан балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң бәләкәстәре Раянға – 10 ай. Ғаилә бик тырыш. Әсәйҙәре тәмлекәстәр бешереп, өй эштәре менән булыша, иптәше Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь булып эшләй. Тик был йәш ғаилә, документтарҙы юллап бөтмәү сәбәпле, бер ниндәй ҙә социаль ярҙам күрмәй. Шуға ауыл халҡы уларға хәстәрлек күрһәтә: балалар өсөн кейем, уйынсыҡтар, аҙыҡ-түлек йыйып бирәләр. Кузнецовтарҙың хәлен аңлап, Хәйбулла районы мәғариф идаралығы, «Башмедь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, эшҡыуар Баймырҙиндар аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләп тапшырҙы.
Әлиә ҠАРАБАЕВА, ата-әсәләр йыйылышы комитетының рәйесе:
– Мин үҙем дә ике аҙыҡ-түлек йыйылмаһы алам. Бының өсөн Хөкүмәткә һәм мәктәпкә рәхмәтлемен. Шундай ауыр ваҡытта ярҙам күрһәтәләр, бер ҙә беҙҙе онотмайҙар, – ти.
– Изгелекле эш башҡаралар. Күп балалы ғаиләләр исеменән үҙемдең рәхмәтемде белдергем килә.
– Бик шатбыҙ, беҙҙең өсөн был – ҙур ярҙам.
Хәйбулла районы, Татырүҙәк ауылы