-4 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
30 Июль 2020, 18:20

Юлдаш, һин беҙгә үрнәк!

Баймаҡ районының Билал ауылынан йәш хәбәрсебеҙ Юлдаш Булатов ауылдаш күп балалы ғаиләгә гәзит-бүләк яҙҙырт­ҡан. Маладис!

Сәғилә һәм Марсель Ғайсиндарҙың ғаиләһенә оло бәлә килгән. Яңыраҡ әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан өлкән улдары Илсур фажиғәле вафат була. Аңғармаҫтан килтереп ҡайғыға һалған мәлдәрҙән берәү ҙә азат түгел шул.

Юлдашта уларҙың ҡайғыларын аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү теләге уяна. Ул ата-әсәһе ярҙамы менән Ғайсиндар ғаиләһенә «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырта. Йәш хәбәрсебеҙ Юлдаш Булатовтың был аҙымы – матур тәрбиә өлгөһө! Киләсәктә лә гел шулай булып ҡал, Юлдаш!

Ә Ғайсиндар ғаиләһенә түҙемлек һәм башҡа ҡайғы-хәсрәттәрҙең урап үтеүен теләбеҙ. Нисек кенә ауыр булмаһын, тормош дауам итә.

З. ӘҘЕҺӘМОВА.

Читайте нас в