+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
31 Октябрь 2020, 12:02

Мәрхәмәтле булайыҡ!

Гимназиябыҙҙа йыл һайын уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән берлектә «Мәрхәмәтлек» акцияһы ойошторола. Быйылғы киҫкен шарттарҙа ла сара уҙғарылмай ҡалманы.

Беренсенән ун беренсе синыфҡа тиклем – бөтәһе лә был акцияға дәррәү ҡушылды. Ниндәй генә әйберҙәр алып килтермәнеләр: хужалыҡ тауарҙары, көнкүреш әйберҙәре – һанап бөтөрөрлөк түгел! Былар­ҙың барыһын да беҙ Ҡужан ауылында урынлашҡан хосписҡа һәм Ишбулды ауылының ҡарттар йортона тапшырабыҙ.

Был юлы ла гимназияның уҡытыусыларын ихлас ҡаршы алдылар. Ҡужан ауылының хосписы етәксеһе Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы Ғәйфуллина барлыҡ атай-әсәйҙәргә, синыф етәкселәренә һәм уҡыусыларға оло рәхмәтен әйтте.

Ә III «Б» синыфынан Дорофей Сорокин хатта дүрт пакет әйберҙәр алып килгәйне. Ул был акцияның иң әүҙем ҡатнашыусыһы тип табылды. Ошо уҡ синыфтан Илдан Байсыуаҡовтың мосолман картинаһы ҡарттар йортона бүләк ителеп, ингән урында эленеп, ололарҙың кәйефен күтәрһә ине, тигән теләк тә еткерелде.

Ғәҙәттә, акция концерт программаһы менән байытыла ине. Был юлы улай булманы. Алла бирһә, пандемия үтеп киткәс, рухи ял менән дә ҡыуандырырбыҙ әле. Йыл да атай-әсәйҙәрҙең был саранан ситтә ҡалмауы тик рәхмәткә генә лайыҡ. Изгелектәре икеләтә әйләнеп ҡайтһын ине үҙҙәренә. Ололарҙың ҡыуанысы сауап булһын барығыҙға ла. Ысынлап та, мәрхәмәтлелек тормошобоҙҙо күркәмләһен һәм байытһын.


Гөлназ НӨҒӘМӘНОВА, V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: