-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
10 Февраль 2021, 14:10

Изгелек марафонында ҡатнашығыҙ!

8 мартта Өфөнөң "Биатлон" спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә уҙасаҡ #ДОБРАЯЛЫЖНЯ 2021 саңғы марафоны хәйриә акцияһына ҡушылырға саҡырабыҙ.

Һеҙ унда ҡатнашып, "Мәрхәмәт" фондына ярҙам итә алаһығыҙ. Был йыйылған аҡсаға мөмкинлектәре сикләнгән балалар спорт мәктәбендә бушлай шөғөлләнә ала, коляска, дарыуҙар һатып алыуҙа ла ҙур ярҙам буласаҡ.
"Мәрхәмәт" фондының Балалар үҫеш үҙәге һәр балаға айырым программа буйынса белем биреү мөмкинлеге тыуҙыра. Бер кешене уҡытыу йылына 80 мең самаһы тәшкил итә. Үҙәктә 1-18 йәштәрҙәге 200 уҡыусы шөғөлләнә.
Акцияла нисек ҡатнашырға һуң?
Һеҙ (5, 10, 30 йәки 50 км) арауыҡты һайлайһығыҙ ҙа теркәлеү үтеп, ошо хаҡта социаль селтәрҙәр аша дуҫтарығыҙға хәбәр итәһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта "Сделай!" порталында балаларға ярҙам йөҙөнән шәфҡәтлелек эше ойошторабыҙ. Сара барышы "Мәрхәмәт" фондының һәм Өфө саңғы марафонының социаль селтәрҙәрендә киң яҡтыртыласаҡ. Һәр ҡатнашыусыға Рәхмәт хаты бирелә.
Бөтә шәфҡәтлелек эштәре һәм теркәү 1 февралдән 10 мартҡа тиклем дауам итә.
Фото интернеттан.
Читайте нас: