+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
3 Декабрь 2021, 11:55

«Музей билеты» республика социаль акцияһы ойошторола

6-һынан 27 декабргә тиклем Башҡортостанда «Музей билеты» тигән республика социаль акцияһы үтәсәк.  

«Музей билеты» республика социаль акцияһы ойошторола
«Музей билеты» республика социаль акцияһы ойошторола

Был проект дәүләт һәм муниципаль музейҙарға инеүҙе күтәреү, ташлама хоҡуғына эйә булғандарға музейҙарға бушлай йөрөү мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт биреү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының мәҙәни мираҫы материалдарын хәтергә алыу, һаҡлауға йүнәлтелгән. Акцияла Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ветерандары, 1-2-се төркөм инвалидтары, оҙатып йөрөүселәре менән бергә сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар, интернат-йорттарҙағы өлкән йәштәгеләр, балалар йорттарында тәрбиәләнгән етемдәр, мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр, күп балалы ғаилә ағзалары, шулай уҡ балалар, уҡыусылар, студенттар төркөмдәрен оҙатып йөрөүсе уҡытыусылар, тәрбиәселәр ҡатнаша ала.

 

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: