+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
29 Декабрь 2021, 08:31

Балаларҙың изге хыялдары тормошҡа ашырыла

Бөгөн, 29 декабрҙә, көндөҙгө сәғәт 4-тә, «Теләктәр шыршыһы» акцияһына ярашлы,  «Башҡортостан» дәүләт концерт залының Бәләкәй залында балаларҙың хыялдары тормошҡа ашасаҡ.

Балаларҙың изге хыялдары тормошҡа ашырыла
Балаларҙың изге хыялдары тормошҡа ашырыла

«Теләктәр шыршыһы»нан тыш, республикабыҙҙа «Ижади теләктәр шыршыһы» акцияһы ла ойошторола. Унда сәхнәлә йондоҙҙар менән сығыш яһарға, театрҙа булырға, ниндәйҙер роль башҡарып ҡарарға, хоккейға барырға теләгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың уй-теләктәре ғәмәлгә ашырыла. Әлеге акцияны «Башҡортостан» дәүләт концерт залы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе менән бергә үткәрә.

«Ижади теләктәр шыршыһы» акцияһында ҡатнашыусылар сәхнәгә сығып, Асҡар Абдразаҡов, Вилдан Яруллин, Фларида Иркина, Алёна Завьялова менән  сығыш яһаясаҡ. Был акцияға барлығы 100 теләк ебәрелгән. Ойоштороусылар 2022 йылдың ғинуар йәки февраль айында Гала-концерт та ойошторорға ниәтләй.

 

 

Фото: https://kulturarb.ru/ru/news/zavtra-v-gkz-bashkortostan-vystupyat-deti-v-ramkah-akcii-tvorcheskaya-yolka-zhelanij.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: