+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
29 Декабрь 2021, 08:51

Башҡортостан да «Яңы йыл менән, ветеран!» акцияһына ҡушылды

Октябрьский ҡалаһында «Яңы йыл менән, ветеран!» Бөтә Рәсәй акцияһы старт алды. Был сараға ярашлы, «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәтенең иң әүҙем ағзалары «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын,  шулай уҡ элек Лениград блокадаһы мәхшәрен һәм фашист концлагерҙарында тотҡон нужаһын күреүселәрҙе Яңы йыл байрамы менән ҡотлай.

Башҡортостан да «Яңы йыл менән, ветеран!» акцияһына ҡушылды
Башҡортостан да «Яңы йыл менән, ветеран!» акцияһына ҡушылды

Ҡаланың ирекмәндәре Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу костюмдарында ветерандарҙы ҡотлап, бүләктәр ҙә тапшыра.

Әлеге көндә Октябрьскийҙа ете Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы бар, дүрт кеше элек Ленинград блокадаһы михнәттәрен күргән, икәү фашист концлагерҙарында тотҡонда булған.

 

Фото: «Башинформ».

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: