+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
30 Декабрь 2021, 10:35

Евгений Буданов велосипедлы булды!

 Иҫегеҙҙә булһа, Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы"нан акцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған 4 шыршы уйынсығын алғайны. Унда Шишмәнән 11 йәшлек Евгений Будановтың да теләге бар ине. 

Евгений Буданов велосипедлы булды!
Евгений Буданов велосипедлы булды!

Мөғжизәле байрам алдынан Евгений Буданов республика Башлығынан бүләк алып ҡыуанды. Малай  күптәнге хыялы тормошҡа ашыуына һаман да ышанып бөтә алмай.

Будановтар ғаиләһендә 5 бала. Өлкән ҡыҙҙары Анастасия үҙ аллы йәшәй, Александрға - 13, Евгенийға - 11, Ильяға - 7 һәм иң кескәйҙәре Елизаветаға ни бары 3 кенә йәш.

"Акцияға һуңғы минуттарҙа ғына ҡушылдыҡ. Женя Ҡыш бабайҙан - велосипед, Илья - планшет, Елизавета - ҙур йомшаҡ уйынсыҡ айыу, ә Александр гитара һорағайны. Хаттары бер минут айырма менән генә китте, интернет насар эшләү сәбәпле, өлкән улыбыҙҙыҡы ғына төнгө 12 тулып, 1 минут үткәс китеп, өлгөрмәй ҡалды. Балалар хаттарҙы ебәрмәйенсә йоҡларға ятырға теләмәне. Ошо көндән алып күмәкләшеп мөғжизә булырын көттөк. Женяның теләген республика Башлығы үҙе тормошҡа ашырасағын һуңлап ҡына ишеттек, ышанып етмәһәк тә, улыбыҙға әйтергә булдыҡ. Ул иһә велосипедты үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, ышанмаясағын белдерҙе", - тип тьәҫораттары менән уртаҡлашты әсәһе Татьяна Буданова.

Синыф етәксеһе Светлана Расслова ла Женяны маҡтап телгә алды:

- Һәр аҙымын уйлап эшләгән, төплө фекерле, етди, ҡыҙыҡһыныусан малай ул. Үҙе асыҡ, йомарт та. Шахмат, футбол менән мауыға. География фәнен ярата. Ошондай уҡыусылар менән эшләүе үҙе бер кинәнес.

Евгений Будановҡа республика Башлығы бүләген  Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров тапшырҙы.

Фото: https://www.bashinform.ru/news/

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: