-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
3 Ғинуар 2022, 16:05

Балалар йорттарына китаптар таратылды

Башҡортостанда «Кәнфит урынына» акцияһы декабрь аҙағында башланғайны.

Балалар йорттарына китаптар таратылды
Балалар йорттарына китаптар таратылды

Ул хәйриәлек менән шөғөлләнеүселәрҙе балалар өсөн Яңы йыл бүләктәренең сифатын яҡшыртырға һәм тәм-том урынына белем биреү программаларын бүләк итеүҙе күҙ уңында тотоу маҡсатында ойошторолдо. Был проект республикала йәшәүселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәргә китаптар бүләк итеүселәр бик күп булды. Һөҙөмтәлә, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Өфө ҡалаһындағы балалар йорттарына китаптар тапшырылған.

-«Кәнфит урынына» акцияһын ойошторыу бик урынлы тип уйлайым. Татлы ризыҡтарға бәйле проблемалар йыш күҙәтелә, бигерәк тә ул Яңы йыл байрамдары мәлендә арта. Бер балаға ғына 15 төрлө яңы йыл тәмлекәстәре тапшырыла торғайны, - ти Өфө ҡалаһының Ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәге директоры Венера Хажиәхмәтова.

Танылған блогер, табип нефролог, диетолог Регина Доктор һәм BabyDoctor School Һаулыҡ мәктәбен ойоштороусы балалар табибы Гөлнара Иҙрисова акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылған.

Яңы йыл байрамы алдынан Республика клиник психиатрия дауаханаһы Күгәрсен районындағы «Самрау» ғаилә тәрбиәһенә ярҙам итеү үҙәгендә бик шәп сара үткәргән һәм балалар һораған бөтә китаптарҙы ла бүләк иткән.

-Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе бала өсөн китап – ул өмөт, ышаныс ҡына түгел, ҙур донъяға алып сығыусы ишек тә. Китап уҡыған ваҡытта баланың донъяға ҡарашы үҙгәрә, танып-белеү теләге арта, тормош тәжрибәһе туплай, күңелендә хыял барлыҡҡа килә, - тип үҙ фекерен белдергән балалар психоаналитигы Юлиә Хәкимова.

Был акция әле лә дауам итә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Балаларға ниндәй китап бүләк итергә кәрәклеген белеү өсөн ВМЕСТОКОНФЕТ.РФ сайтына инергә кәрәк.

Проект «Бәхет биләмәһе» мәрхәмәтлек фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаиләне, хеҙмәтте һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла.

Фото: https://www.bashinform.ru/news/social/

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: