+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
25 Март 2022, 13:10

Бәләкәй Даринаның ҙур изгелеге

Благовар районында йәшәүсе Дарина Школина үҙе йыйған аҡсаны тотоноп, Донбасста йәшәүсе балаларға посылка әҙерләгән! 

Бәләкәй Даринаның ҙур изгелеге
Бәләкәй Даринаның ҙур изгелеге

Райондарында  Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында йәшәүсе халыҡтарға ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән "Ғаилә изгелеге бумерангы" исемле акция иғлан ителгәнен ишеткәс тә оло йөрәкле ҡыҙ үҙенең дә изгелек эшләргә теләүен белдерә. Хыялдарын тормошҡа ашырыр өсөн күптән йыйып килгән аҡсаларын да йәлләп тормай ул. Атаһы ҡыҙының изге ниәтен хуплап, шунда уҡ ярҙамға килә. 

-Илебеҙҙе һаҡлап, һуғышта йөрөгән һалдаттарыбыҙ өсөн ут йотоп торабыҙ. Беҙҙең янып-көйөүөбеҙҙе балалар ҙа күреп-һиҙеп йөрөй бит. Ҡыҙым да инде нисә көн уйланып, моңһоуланып йөрөнө. Ә бөгөн килеп, Донбасста йәшәүсе балаларға ярҙам итергә теләүен белдерҙе. Мин ҡыуанып ризалаштым. Мәктәп кәрәк-яраҡтары, гигиена әйберҙәре, тәмлекәстәр тултырып, ҙур ҡумта әҙерләнек. Тышына "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тигән яҙыу ҙа яҙҙыҡ, - ти атаһы Дмитрий Школин.

Илебеҙҙә барған ваҡиғалар бөгөн һәр беребеҙҙе борсой. Быға балаларҙың да битараф булмауын күрәбеҙ. Ана, Дарина ла, үҙе бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, оло эштәр башҡара. Изгелек бер ваҡытта ла ерҙә ятып ҡалмай ул! Маладис, Дарина!

Фото:https://sun9-54.userapi.com/impg/Xt

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: