+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
27 Март 2022, 12:10

Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ

Республикабыҙҙа Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү бара.

Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ
Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ

Был сарала беҙҙең районыбыҙҙың Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең VII «Б» синыфы ла был изге эштән ситтә ҡалманы. Хәлдән килгәнсә барыбыҙ ҙа тырыштыҡ. Ярмалар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, балалар аҙыҡ-түлеге һәм әйберҙәр йыйып тапшырҙыҡ.
Илебеҙ тыныс, күк йөҙө аяҙ булыуын һәм бар халыҡтарҙың дуҫ, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Лилиә ИҘРИСОВА, синыф етәксеһе.
Салауат районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: