+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
7 Апрель 2022, 15:00

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк – алығыҙ!

Рамаҙан айында Хәйбулла районы Өфө ауылының «Ләйсән» магазинында «Саҙаҡа кәштәһе» булдырылды. Был сауаплы эш – ауыл ағинәйҙәре башланғысы. Мөмкинлеге булған кеше кәштәгә ризыҡ йә әйбер һала. Ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала. «Саҙаҡа кәштәһе» ай буйы эшләйәсәк.

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк – алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк – алығыҙ!

Был сауаплы эште хуплап, үҙҙәренең магазинында кәштәһенән урын бүлгән Зөфәр һәм Флүрә Солтановтарҙың аҙымы оло хуплауға лайыҡ. Тәүге көндә үк «Саҙаҡа кәштәһе» кәрәкле аҙыҡ-түлектәр менән тулды!

Изге Рамаҙан айында сауаплы эш башлап ебәргән ағинәйҙәребеҙгә ҡушылайыҡ! Яҡшы айҙа ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтһын!

 Фото һәм мәғлүмәт: https://vk.com/club207714147

Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк – алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк – алығыҙ!
Ризыҡ һалып китегеҙ, кемгә кәрәк – алығыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: