+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
20 Апрель 2022, 12:05

Дүртенселәр акцияла ҡатнаша

Республикабыҙҙа Донецк һәм Луганск Халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү бара. Был сарала Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең IV cиныф уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашҡан. Был хаҡта беҙгә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лиза Рәшит ҡыҙы Ағишева бына нимәләр яҙа:

— 2 апрель —  Халыҡ-ара балалар китабы көнө. Нәҡ ошо көндә күренекле әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен тыуған. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү һәм балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан булдырылған байрам бөтә донъяла уҙғарыла. Ошо билдәле датаға арнап беҙҙең райондағы «Берҙәм Рәсәй» депутаттары «Донбассҡа — китаптар» тигән акцияны асып ебәрҙе.

Был сараға мәктәбебеҙҙең башланғыс синыф уҡыусылары ла ҡушылды. Бигерәк тә IV синыф уҡыусылары әүҙем булды.  Улар урыҫ телендә яҙылған төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән китаптарҙы бик күп килтерҙе. Беҙ уларҙы райондың мәғариф бүлегенә тапшырҙыҡ. Тиҙ арала «Китаптар — рухи бүләк» гуманитар йөк менән Донецк һәм Луганск китапханаларына барып етер, тип ышанабыҙ.

Афарин, дүртенселәр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: