+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
20 Май 2022, 09:45

Донбассҡа - китаптар

Республикабыҙҙа Донецк һәм Луганск Халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам күрһәтеү дауам итә. Был изге акцияла Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең III, IV cиныф уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашҡан. Был хаҡта беҙгә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лиза Рәшит ҡыҙы Агишева еткерҙе.

Донбассҡа - китаптар
Донбассҡа - китаптар

– Быйылғы Халыҡ-ара балалар китабы көнө ныҡ иҫтәлекле булды. Балаларҙа китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатынан беҙҙә төрлө саралар ойошторола. Күптән түгел беҙҙең райондағы «Берҙәм Рәсәй» депутаттары «Донбассҡа – китаптар» тигән акция ойоштор­ғайны. Уға мәктәбебеҙҙең башланғыс синыф уҡыусылары ихлас ҡушылды. Бигерәк тә өсөнсөләр, дүртенселәр әүҙемлек күрһәтте. Улар урыҫ телендә яҙылған төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән китаптарҙы күп итеп йыйып килтерҙе. Беҙ уларҙы райондың мәғариф бүлегенә тапшыр­ҙыҡ.
Әле йыйылған китаптар «Донбассҡа – китаптар» гуманитар йөк менән Донецк һәм Луганск китапханаларына барып еткәндер әле, тип уйлайбыҙ, – ти ул.
Өсөнсөләр менән дүртенселәргә беҙ ҙә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: