

– Үҙебеҙҙең ауыл егеттәре өсөн айырым күстәнәс-бүләктәр ҙә әҙерләнек. Беҙҙең йөрәк йылыһын тойоп йөрөһөн балаларыбыҙ!
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы Хәмдиә Сәхи ҡыҙы Үлйәбаева шиғыр ҙа яҙып һалды:
Оҙаттыҡ та һеҙҙе, уландарҙы,
Йөрәгебеҙ тотоп усына.
Изге теләктәребеҙ күп беҙҙең
Һыймай инде бер хат эсенә...
Бер Аллаһым белә ни күререн,
Ни яҙылғанын тәҡдиргә...
Йә, Аллаһым, бирсе еңеллеген,
Ауырлығың килһә, еңергә.
Күстәнәстәр йыйҙыҡ, күмәкләшеп,
Алыҫ хеҙмәттәге егеттәргә, – тип яҙа үҙҙәренең “Бәйләнештә”тә селтәрендәге төркөмөндә “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы ағзалары.
Фото: vk.com