

– Беҙҙең Башҡортостан егеттәре һыуыҡ, һалҡын көндәрҙә беҙ әҙерләгән ойоҡ-бейәләйҙәребеҙҙе кейеп, көс-ғәйрәт алырҙар, һынатмаҫтар! Беҙ ҙә еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Ә инде ир-егеттәргә иҫән-һау йөрөп, ғаиләләренә ҡайтыуҙарын, донъяларҙың имен, күгебеҙҙең һәр саҡ аяҙ булыуын теләйбеҙ. "Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Бөтәгеҙ ҙә теүәл, имен-һау тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ!"– тип доғалар ҡылған инәйҙәр.
Фото: vk.com