

Гүзәл, Батырҙың эргәһендәге йәш рәссам ҡыҙ, үҙенең рәсемендә йәйге урман күренешен төшөрә. «Мин ауылдағы ҡартайым менән өләсәйемдең бесәнлеген һүрәтләйем», – ти ул. Гүзәл сәскәләр ярата. Бигерәк тә ялан сәскәләрен. Аҡ тажлы аҡ сәскәнән үҙенә таж үреп тә кейгән быйыл. Уның һүрәтендәге ҡыҙҙың башын да аҡ таж биҙәй. Ә бит акварель буяуҙарҙы бутай-бутай, матур рәсем килтереп сығарған. Гүзәлдең сәскәле аҡланы ысын һымаҡ. Ул үҙенең һүрәтенә хушбуй бөркөп ҡуйырға ярата. Әгәр ҙә танауға яҡын килтерһәң, унан хуш еҫ аңҡый. Үҙеңде ысын йәйге аҡланда йөрөгәндәй хис итәһең.
Тиҙҙән Батыр компьютерҙа шөғөлләнергә китер, ә Гүзәл «Оҫта ҡулдар» ға барыр. Уҡыу аҙнаһының төрлө көндәрендә уларҙы тағы ла «Кәйефтәр донъяһында», «Пластилинография, «Телмәр мәҙәниәте һәм техникаһы», «Тылсымлы фоамиран», «Йырсы тамсыҡай» кеүек башҡа түңәрәктәр көтә. Шуға ла балалар күңелһеҙләнеп ултырмай, юҡ- барға әүрәмәй. Батыр, Гүзәл һәм уның һымаҡ бүтән малайҙар менән ҡыҙҙар элегерәк төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡыйынлыҡтарға дусар булған: асыҡҡандар, өшөгәндәр, төрлө йәберләүҙәр кисергәндәр. Хәҙер балалар ҡараулы, ҡыйырһытылмай. Социаль приют тип аталған йортта тәрбиәләнәләр.
Уларға был йортто дәүләт биргән. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн эшләгән социаль приют ҡараусыһыҙ ҡалғандарға күп яҡлап ярҙам итә: тәрбиәгә ала, тәбиғәттән һалынған таланттарын аса, үҫтерә һәм киләсәктә үҙ юлдарын табырға йүнәлеш бирә.
Балалар һәм үҫмерҙәр педагог-тәрбиәселәр ярҙамы менән район, төбәк- ара, ил кимәлендәге конкурстарҙа ла ҡатнаша һәм еңеп сыға. Ейәнсура районының Яңы Павловка ауылында бына шундай йорт бар, бында талантлы, һәләтле, тырыш балалар йәшәй. Беҙ уларҙы ҡарайбыҙ, тәрбиәләйбеҙ, үҫтерәбеҙ.
Рәйлә БАҺАУЕТДИНОВА, тәрбиәсе.