+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Шәфҡәт
15 Ноября 2022, 11:40

Һамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡый

Хәйбулла районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһенә Һамар мәктәбенең VII синыф уҡыусылары ҡунаҡҡа барған. Улар уҡытыусылары Надежда Владимировна Чекменёва менән бергә иртә яҙҙан уҡ помидор, борос һәм сәскә үҫтерә икән. Һуңынан үҫентеләрҙе һатыуға сығаралар.  

Һамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡыйҺамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡый
Һамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡый

Уҡыусылар йыйылған аҡсаға өҫтәл уйындары һатып алып, приют тәрбиәләнеүселәренә бүләк иткән. Шулай уҡ атлас таҫмалар менән үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткәндәр. Приюттағы балаларға ныҡ оҡшаған. Ныҡ ҡыуанғандар.

Изгелегегеҙ менән кескәй балаларҙы ҡыуандырып, бик ҙур сауап алғанһығыҙ, етенселәр. Ошо уҡыусыларҙың синыф етәкселәренә, атай-әсәйҙәренә рәхмәт әйтке килә. Шундай изге күңелле балалар тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн. Бик матур күренеш! Һеҙ – күптәргә өлгө! Барығыҙға ла һаулыҡ, уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйбеҙ.

 

Фото: vk.com

Һамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡый
Һамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡый
Һамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡый
Һамарҙа һоҡланғыс уҡыусылар уҡый
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас