+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Шәфҡәт
18 Ноябрь 2022, 10:35

Ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”– бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың тәүге яртыһына “Йәншишмә”гәзитенә яҙылып, балаларға бүләк итергә кәрәк.

Ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы!Ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы!
Ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы!

Гәзитебеҙҙең киләсәген уйлап, битараф булмаған дуҫтарыбыҙҙың күп булыуы ҡыуандыра. Тағы ла шатлыҡлы хәбәр килде. Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһың урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы Ҡотлогилдина балаларға ике дана гәзит-бүләк эшләне. Киләһе йыл башынан ”Йәншишмә” гәзитен уҡыясаҡ бәхетле уҡыусылар кемдәр, тиһегеҙме? Улар – Баймаҡтағы интернат-лицейҙың VI cиныф уҡыусылары Хәсән Иҫәнбаев менән Азат Шәймәрҙәнов. Бик ҡыуаныслы күренеш!

Ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы! Эшләгән изгелелегеҙ үҙегеҙгә меңләтә артып ҡайтһын!

Йә, тағы ла кемдәр ҡушылыр акциябыҙға? Әйҙәгеҙ, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр, ҡәҙерле милләттәштәр, балаларыбыҙға алдағы ярты йыллыҡҡа подписка бүләк итәйек!

Ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы!
Ҙур рәхмәт, Фирҙәүес Фәнүз ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас