+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
24 Ноябрь 2022, 13:40

Ҡаршылыҡтар емерелә

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үтте. Был ҙур сарала илдең 12 төбәгенән реабилитация һәм абилитация өсөн кәрәкле әйберҙәр сығарыусы 50 предприятие ҡатнашты, шуларҙың 19-ы – беҙҙең республиканан. Фойела «Изге республика» тигән хәйриә йәрминкәһе эшләне. Унда һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәре лә тәҡдим ителде.

Ҡаршылыҡтар емерелә
Ҡаршылыҡтар емерелә

Үҙенсәлекле кешеләр менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәр, ата-әсәләр өсөн 30-ҙан ашыу дискуссия майҙансығы эшләне: «түңәрәк өҫтәлдәр», конференциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Фестиваль барышында «Социаль координатор» проекты буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ауыр тормош шарттарына юлыҡҡан кешеләргә айырым ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған был проект Башҡортостанда ла эшләй башлаясаҡ.
«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе инвалидлыҡты профилактикалау һәм реабилитациялау буйынса мәсьәләләрҙе уртаға һалып тикшереү өсөн һәйбәт майҙансыҡ булды. Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ҡағылған мәсьәләләр ҙә ҡаралды. «Салют» балалар шифаханаһы нигеҙендә төҙөлә башлаған реабилитация-мәғариф күп функциялы үҙәге 2024 йылдың 1 июненә төҙөлөп бөтәсәк. Мәсәғүт поликлиникаһында реабилитация үҙәге һалына.
Әйткәндәй, «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» тигән һүҙбәйләнеш беҙгә 2013 йылдан бирле таныш. Ошондай исем менән һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ижади фестивале үткәрелә башлағайны. Әлеге ҙур сара барышында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» балалар ижады фестиваленең гала-концерты үтте. Ул хәҙер Рәсәй кимәлендә ойошторола. Концерт «Балалар – балаларға» девизы менән үтеп, «Газпром»дың «Факел» фестивале ҡатнашыусылары ла сығыш яһаны. Һау-сәләмәт балалар менән үҙенсәлекле ҡыҙҙар һәм малайҙар бер сәхнәлә һәләттәрен күрһәтте.
– Һәр беребеҙ көн һайын ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы үтә. Кемдер ҡурҡыуы менән көрәшә, кемдер – тормошта осраған ҡаршылыҡтар менән. Әлбиттә, яҡшыраҡ булыу маҡсатында иң беренсе беҙ үҙебеҙҙе еңергә тырышабыҙ. Ә бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Бөгөн сәхнәгә сыҡҡан, бында килгән һәр кемде герой тип иҫәпләргә мөмкин. Бөтәгеҙгә лә үҙегеҙҙең һәләтегеҙҙе үҫтереүегеҙҙе теләйем, ә ул һәр кемдә бар, – тине сығышында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла сәләмләне.
«Ҡаршылыҡтарҙы емереп» фестиваленә илдең 12 төбәгенән 376 эш ҡабул ителгән. Еңеүселәр 4 номинация буйынса билдәләнгән: вокал, хореография, музыка ҡоралында уйнау, үҙенсәлекле жанр. «Үҙенсәлекле жанр» еңеүселәре – Сибай ҡалаһынан Милена һәм Элина Мостаевалар бесәй менән сыс­ҡан тураһындағы оҙон шиғри әкиәтте һөйләп ишеттерҙе. Йыр буйынса еңеүсе Владлена Лычёва Һамар өлкәһенән килгән. Уның ҙур сәхнәлә тәүге тапҡыр сығыш яһауы икән. Һәр концерт номеры тамашасы күңелен яуланы. «Факел» фес­тивалендә ҡатнашыусыларҙың сығыштары ла һоҡландырҙы.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡараһаң, илебеҙҙә һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр һаны – 12 миллион, ә Башҡортостанда – 230 мең.
Ҡаршылыҡтарҙы емереп... Фестиваль бынан һуң йыл һайын үткәреләсәк. Халыҡ араһында һаулыҡтары буйынса кәмселектәре булған кешеләргә ҡарата мөнәсәбәттә лә ҡаршылыҡтар емерелер.

Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.

Ҡаршылыҡтар емерелә
Ҡаршылыҡтар емерелә
Ҡаршылыҡтар емерелә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: