+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
28 Ноябрь 2022, 13:35

Межгорьенан ҡыуаныслы хәбәр килде!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”– бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың тәүге яртыһына “Йәншишмә”гәзитенә яҙылып, балаларға бүләк итергә кәрәк.

Межгорьенан ҡыуаныслы хәбәр килде!
Межгорьенан ҡыуаныслы хәбәр килде!

Иртә менән ҡыуаныслы хәбәр еткерҙеләр. Межгорье ҡалаһындағы 2-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғилминур Басир ҡыҙы Хәйбуллинанан ине ул.

– Беҙҙең мәктәптә быйыл ғына ойошторолған Шайморатов исемендәге синыфҡа  2 дана гәзит-бүләк иттем. Әйҙә, “Йәншишмә”не уҡып,бар яҡтан да өлгөлө,белемле,ҡыйыу, рухлы булып үҫһендәр, – тип изге хәбәре менән бүлеште беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ.

Ҙур рәхмәт, Ғилминур Басир ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Гел шулай йомарт күңелле, әүҙем уҡытыусы булып ҡалығыҙ!

Межгорьенан ҡыуаныслы хәбәр килде!
Межгорьенан ҡыуаныслы хәбәр килде!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: