-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
2 Декабрь 2022, 15:55

Балаларға бүләктәр тапшырыласаҡ

27 декабрҙә республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ойошторолған Яңы йыл тамашаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын ҡотлайҙар. Бөтәһе 7700 уҡыусыға бүләктәр тапшырыласаҡ. 

Уларҙы төбәк бюджеты иҫәбенә һатып алалар, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Таболина. Никахтары теркәлмәгән ғаиләләрҙе шәфҡәт күрһәтеүселәр иҫәбенә ҡотлаясаҡтар.

- Хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәр менән никахһыҙ, әммә уртаҡ балаһы булған йәки атайлыҡ асыҡланмаған ғаиләләр буйынса адреслы эш алып барабыҙ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бәләкәй һеңле-ҡустылары булған осраҡта ла. Документтар буйынса улар беҙҙең социаль ярҙамды алмай. Шул рәүешле беҙ Яңы йыл байрамдарында уларға ярҙам итербеҙ, - тип белдерҙе Таболина.

Әйткәндәй, 22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында республика Шыршы байрамы уҙасаҡ, унда махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған яугирҙарҙың балалары ла саҡырыла.

 

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: