+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
4 Декабрь 2022, 10:20

Изгелек ҡылып ҡайтҡандар

Һамар мәктәбенең VII синыф уҡыусылары Хәйбулла районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлексәһендә булып ҡайтҡан.

Улар уҡытыусылары Надежда Владимировна Чекменёва менән бергә иртә яҙҙан уҡ помидор, борос һәм сәскә үҫтерә икән. Һуңынан үҫентеләрҙе һатыуға сығаралар. Бына шул йыйылған аҡсаға өҫтәл уйындары һатып алып, приют тәрбиәләнеүселәренә бүләк итер өсөн барғандар. Шулай уҡ атлас таҫмалар менән үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәндәр. Приют балаларын ныҡ ҡыуан­дыр­ғандар.
– Бөйөк педагог Василий Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» тигән китабы һәр уҡытыусыға билдәлелер, тип уйлайым. Уның тышлығындағы был һүҙҙәр беҙҙең Надежда Владимировнаға тап килеп тора. Ул да һәр бер баланы яратып, күңел йылыһын һалып, ҙур шәхес итеп үҫтереү өсөн тырыша. Физика уҡытыу­сыһы булараҡ, уҡыу­сыларында үҙ фәненә ҡарата һөйөү тәрбиәләй белә. Әле күп кенә сығарылыш уҡыусыларыбыҙ илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем ала. Ҡайһылары шул йүнәлештә уңышлы эшләп тә йөрөй. Ул бит балаларға белем биреп кенә ҡалмай, уларҙы оло тормошҡа әҙерләй. Уҡыу­сы­ларында илһөйәрлек, ихтирамлыҡ, эшһөйәрлек, кеселеклелек, миһырбанлыҡ кеүек матур сифаттарҙы ла тәрбиәләй. Үҙе тыу­ған республикабыҙ, илебеҙ буйлап сәйәхәт итергә ярата. Балалар менән дә бергәләп иҫтәлекле, тарихи урындарҙа йыш булалар. Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Мораҙым тарлауығына, Арҡайым ҡаласығына, Ғәҙелша шарлауығына ойошторолған поход-экскурсиялар балаларҙың күңелендә яҡты хәтирәләр ҡалдыра.
Шулай уҡ Надежда Владимировна уҡыусылар менән төрлө йүнәлештә эҙләнеү эштәре алып бара. Улар төрлө район, республика, Рәсәй күләмендә фәнни-ғәмәли конференцияларҙа уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулай. Бына шундай беҙҙең өлгөлө уҡытыу­сыбыҙ бар, – ти мәктәп директоры Гөлнара Зиннур ҡыҙы Кәримова.
Надежда Владимировнаға рәхмәт әйтке килә. Уҡыусылары менән приют балаларын ҡыуандырып, изгелек ҡылып ҡайт­ҡандар. Шундай уҡытыусылар мәктәптәрҙә күберәк булһын ине. Уҡыусыларға бит улар менән ҡыҙыҡ та, күңелле лә.

З. ӘҘЕҺӘМОВА.
Хәйбулла районы.

Изгелек ҡылып ҡайтҡандар
Изгелек ҡылып ҡайтҡандар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: