-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
6 Декабрь 2022, 13:50

Тимурсылар өлгө күрһәтә

Белорет районы Аҙналы ауылының IV синыф уҡыусылары махсус хәрби операцияға алынған егеттең әсәһенә ярҙам күрһәткән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрендә хәбәр итә.

 Оло йәштәге ҡатын һаулығы ҡаҡшағанлыҡтан йорт-ҡура эштәрен башҡара алмай. Уҡытыусылары Линиза Лоҡманова балаларға ярҙам итергә барырға тәҡдим иткәс, шунда уҡ шатланып риза була улар. Күмәкләшеп "һә" тигәнсе ихатаны, ҡапҡа алдын ҡарҙан таҙартып та ҡуялар. 

Һеҙҙә лә ошондай шәп тимурсылар бармы, дуҫтар? Булһа, яҙып ебәрегеҙ. Бергәләп уҡып ҡыуанырбыҙ.

 

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Тимурсылар өлгө күрһәтә
Тимурсылар өлгө күрһәтә
Тимурсылар өлгө күрһәтә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: