Беҙҙең шайморатовсылар ҙа был акциянан ситтә ҡалманы. Беҙ етәксебеҙ Илһам Айса улы Нурдәүләтов менән берлектә һаҡлау сеткаһы бәйләп, илебеҙ именлеген һаҡлаусы хәрбиҙәргә изге теләктәр менән хаттар яҙҙыҡ.
Ә шулай уҡ акцияла ҡатнашырға ҙур теләк белдергән әүҙем атай-әсәйҙәребеҙ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, тәм-томдар, сәйҙәр, киптерелгән емештәр, шәхси гигиена әйберҙәре һәм йылы кейемдәр йыйып, ҡумталарға тултырып, тәғәйенләнгән ебәреү урынына алып барып та ҡуйҙыҡ.
Батыр һалдаттарыбыҙға был ебәрелгән посылкалар менән беҙҙең шайморатовсыларҙың һәм атай-әсәйҙәребеҙҙең йөрәк йылыһы, изге теләктәре барып етер, тип ышанабыҙ.
Беҙ ғәзиз һалдаттарыбыҙҙың еңеү менән имен-һау тиҙерәк өйгә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм көтәбеҙ!
Шайморатовсылар синыфы.
Баймаҡтағы интернат-лицей.
Фото: Фәнүзә Байғотлина.