+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
2 Февраль 2023, 16:05

Окоп өсөн шәмдәр

Беҙ, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының шайморатовсылары, йәғни VI "А" cиныфы уҡыусылары  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға атай-әсәйҙәр ярҙамы менән посылка әҙерләп ебәргәс, тағы ла ниндәй ярҙам күрһәтеп була икән, тип уйландыҡ.

Окоп  өсөн шәмдәр
Окоп өсөн шәмдәр

  Бер көн синыфташыбыҙ Ғилемдар Ибраһимовтың әсәһе – Лилиә Хәмит ҡыҙы үҙебеҙҙең социаль селтәрҙәге синыф төркөмөнә, окоп өсөн шәмдәр эшләп була, тип яҙып ҡуйған ине. Шунда уҡ синыф етәксебеҙ Раушания Әхнәф ҡыҙы менән тәрбиәсебеҙ Луиза Флүр ҡыҙы был фекерҙе күтәреп тә алды. Асҡар Сабитов менән Азалиә Басариеваның әсәләре быны эшләү өсөн нимәләр кәрәк буласағын яҙып, үҙҙәре ҡайһы берҙәрен килтерәсәктәрен дә әйтте. Ғөмүмән, барлыҡ атай-әсәйҙәргә лә рәхмәт. Шулай итеп,  дүшәмбе көнө беҙ дәрестән һуң өйгә эштәрҙе тәрбиәсебеҙ ярҙамы менән тиҙ генә башҡарҙыҡ та ярҙамға килгән әсәйҙәр – Гүзәл Залфир ҡыҙы, Таңһылыу Ринат ҡыҙы, Лилиә Хәмит ҡыҙы һәм минҽң әсәйҽм, синыф етәксебеҙ, тәрбиәсебеҙ менән ҡыҙыу эш башланыҡ. Тәүҙә интернеттан ҡарап уны нисек эшләргә өйрәндек. Егеттәр ҡатырғаны тимер һауыттарға уратып тултырҙы, ҡыҙҙар тиҙ иреһен өсөн һатыуҙағы шәмдәрҙе ваҡланы. Ә ололар плитәлә иретелтән шыйыҡ шәмдең һыуын әҙер һауыттарға һала барҙы. Эш аҙағына бигерәк оҫтарып алдыҡ. Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, ошо беҙҙең бәләкәй генә изге эшебеҙ махсус операцияла ҡатнашҡан ағайҙарыбыҙға кәрәк ерҙә ҡулланырға ҙур ярҙам булыр, тип ышанабыҙ.

Шулай уҡ гимназиябыҙ етәкселеге махсус хәрби операция урындарына ебәреү өсөн һаҡланыу селтәре эшләргә тотондо.

Әйҙәгеҙ, беребеҙ ҙә ситтә ҡалмайыҡ, ҡулдан килгәнсә, ярҙам күрһәтергә тырышайыҡ, дуҫтар.

 

Динара ЛАТИПОВА, VI ”А”синыфы уҡыусыһы.

Ғафури районы, Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Окоп  өсөн шәмдәр
Окоп  өсөн шәмдәр
Окоп  өсөн шәмдәр
Окоп  өсөн шәмдәр
Окоп  өсөн шәмдәр
Окоп өсөн шәмдәр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: