“Берҙәмлектә – беҙҙең көсөбеҙ икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбат иткән файҙалы эш булды был. Ағинәйҙәрҙең башланғысын ихлас күңелдән хуплап, күтәреп алған ауылыбыҙҙың депутаты Владимир Борисович Самохинға, ауылыбыҙ старостаһы Рәшит Тимербулат улы Баҡтыбаевҡа, эшҡыуар, фермер Илнур Ҡотдос улы Сабитовҡа, барлыҡ ауылдаштарыбыҙға, ситтә йәшәгән ауылдаш йәштәребеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Донъяларыбыҙ имен, ғаиләләребеҙ теүәл булып, егеттәребеҙҙең имен-һау, сәләмәт үҙ ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ!” – ти ауыл халҡы.
Афарин, изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын, хәйбуллалар!
Сығанаҡ һәм фото: vk.com