+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
19 Февраль 2023, 10:40

9 йәшлек малай һалдаттарға ярҙам күрһәткән

Башҡортостанда 9 йәшлек Егор Пархоменко үҙ аҡсаһына һалдаттар өсөн дарыуҙар һатып алған.Һоҡланғыс яҡташы тураһында Ишембай районы башлығы Азамат Ишемғолов хәбәр итә.

9 йәшлек малай һалдаттарға ярҙам күрһәткән
9 йәшлек малай һалдаттарға ярҙам күрһәткән

9 йәшлекмалай үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға кәрәкле дарыуҙарҙы ебәрергә ҡарар иткән. Үҙе йыйған аҡсаны һис ҡыҙғанып тормаған ул.

Егор быны ата-әсәһенең өлгөһөндә эшләгән – уның атаһы ла яҡташ һалдаттарға даими рәүештә ярҙам ебәреп тора икән. Азат Ишемғолов малайға һәм уның ата-әсәһенә рәхмәтен белдергән.

Афарин, Егор! Эшләгән изгелегең үҙеңә меңләтә артып, әйләнеп ҡайтһын!

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: