+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
7 Март 2023, 12:35

Чечняла һәләк булған һалдат әсәһенән – 100 мең һум аҡса

Чечняла һәләк булған һалдат әсәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына  100 мең һум аҡса тапшырған.

Чечняла һәләк булған һалдат әсәһенән – 100 мең һум аҡса
Чечняла һәләк булған һалдат әсәһенән – 100 мең һум аҡса

Көйөргәҙе районында йәшәүсе Мәүлиҙә Мәҡсүтованың улы Илсур мәктәп йылдарынан әүҙем, тормошто яратыусан, шуҡ малай була. Ауылдаштары уның ауыл клубында «Ҡара йөҙҙәр» спектаклендә уйнағанын әле лә һағынып иҫкә ала. Ғәмһеҙ бала саҡ, күңелле мәктәп йылдары йәһәт кенә үтеп тә китә. Ул Чечнялағы һуғышта ҡатнаша. Илсур әсәһен уйлап, хатты йыш яҙа. Үҙе яҡындарынан ҡайҙа хеҙмәт итеүен йәшерә, һуңға тиклем әйтмәй. Һуңыраҡ 19 йәшлек кенә һалдаттың Чечнялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыуы асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул мина ярсығынан яраланып һәләк була. Бөгөн һалдаттың хаттары Яңы Таймаҫ ауылы гимназияһы музейында һаҡлана.

Ошо көндәрҙә Чечняла һәләк булған егеттең әсәһе бар йыйған аҡсаһын Көйөргәҙе район хакимиәтенә алып барып тапшырған. Хакимиәт был аҡсаға генератор, төҙөлөш материалдары, шөрөп борғостар һатып алып, фронтҡа ебәрәсәк.

Улын юғалтҡан әсә бөгөнгө махсус хәрби операцияның ауырлығын һәм мөһимлеген аңлай.

– Тәүҙә был аҡсаны балалар йорттарына тапшырырға уйланым. Әммә бөгөн беҙҙең өсөн, балаларыбыҙ, Тыуған илебеҙ өсөн һуғышҡан һалдаттар бар бит. Шуларға аҡсамды ебәрергә булдым, – ти Мәүлиҙә Мәҡсүтова.

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: