+1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
17 Май 2023, 16:20

Әбйәлилдәр изге эш башҡара

Әбйәлил районы  Ҡушый ауылының йәш фермеры Ильяс Һибәтов махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына бағышлап бер тай һуйған.

Әбйәлилдәр изге эш башҡара
Әбйәлилдәр изге эш башҡара

Гөлфирә һәм Әминә Шәрәфетдиновалар, Зарифа Мирасбаева, Сәлимә Килдейәрова, Илсиә Һибәтова, Линара Рәхмәтуллина, Фәнүзә Дәүләтова һәм Гөлбикә Ғәлиуллина фермерҙың ата-әсәһе Гөлдәр Әнүәр ҡыҙы менән атаһы Ишбулды Ғалип улы Һибәтовтарҙың өйөндә яугирҙәргә тушенка эшләгәндәр. "Ярҙамсыл ауылдаштарыма, тушенка эшләшкән ҡыҙҙарҙың бөтәһенә лә рәхмәтлемен, һәр икебеҙҙең тырышлыҡтары бушҡа китмәй, егеттәребеҙҙең ризыҡтарына яҙып, тиҙ арала тыныслыҡ урынлашһын", – тигән теләктәрен еткерә клуб мөдире Фәнүзә Ғалип ҡыҙы.

Афарин, Әбйәлилдәр!

Сығанаҡ һәм фото: "Осҡон" гәзите.

Әбйәлилдәр изге эш башҡара
Әбйәлилдәр изге эш башҡара
Әбйәлилдәр изге эш башҡара
Әбйәлилдәр изге эш башҡара
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: