+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
27 Май 2023, 15:35

Хәйриә акцияһы эшләй

Өфөнөң Совет майҙанында барған «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә «Китап бүләк ит» һәм «Китаптың яңы тормошо» хәйриә акциялары әүҙем эшләй.  

Хәйриә акцияһы эшләй
Хәйриә акцияһы эшләй

Теләге булған һәр кем балалар йорттары, дауаханалар, хоспистар, мәктәптәр һәм китапханалар өсөн китаптар тапшыра ала. Ә теләүселәр, ысынлап та, бихисап. Мәҫәлән, шағирә Лилиә Һаҡмар үҙенең изге теләктәре яҙылған автографлы бер нисә китабын бүәк итте.

Туғыҙ йәшлек Тимофей ҙа акцияға ихлас ҡушылды. Ул шәхси китапханаһынан иң яратҡан китаптарын алып килгән.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: