+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
22 Июль 2023, 13:00

Рәсәйҙә «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» хәйриә акцияһы башланды

Былтыр ил буйынса бөтәһе 200 мең уҡыусы ярҙам алған. Акцияла Башҡорт­остан халҡы ла йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

Акция барышында аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаилә балаларын уҡыу кәрәк-ярағы һалынған биштәрҙәр менән тәьмин итәләр. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм яңы төбәктәрҙән күсеп килеүсе уҡыусыларға айырым иғтибар бүленәсәк. Әйткәндәй, былтыр ил буйынса бөтәһе 200 мең уҡыусы ярҙам алған.

Был акцияла һәр кем ҡатнаша, ярҙам күрһәтә ала. Республикала 4 меңдән ашыу ҡабул итеү пункты эшләйәсәк. Улар «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уның район-ҡалаларҙағы бүлексәләрендә урынлашҡан. Исемлекте https://vk.cc/chDhBD адресы буйынса табырға мөмкин.

Мәктәп формаһы, аяҡ кейемдәре, спорт инвентарҙары ла ҡабул ителә. Улар яңы йәки яҡшы торошта булырға тейеш. Ә уҡыу кәрәк-ярағының яңылары ғына ярай.

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» акцияһы 13-сө тапҡыр үтә.

Һорауҙарығыҙ булһа, 8 (800) 347-5000 телефонына мөрәжәғәт итегеҙ.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: