Акция барышында аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаилә балаларын уҡыу кәрәк-ярағы һалынған биштәрҙәр менән тәьмин итәләр. Быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм яңы төбәктәрҙән күсеп килеүсе уҡыусыларға айырым иғтибар бүленәсәк. Әйткәндәй, былтыр ил буйынса бөтәһе 200 мең уҡыусы ярҙам алған.
Был акцияла һәр кем ҡатнаша, ярҙам күрһәтә ала. Республикала 4 меңдән ашыу ҡабул итеү пункты эшләйәсәк. Улар «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уның район-ҡалаларҙағы бүлексәләрендә урынлашҡан. Исемлекте https://vk.cc/chDhBD адресы буйынса табырға мөмкин. Һорауҙарығыҙ булһа, 8 (800) 347-5000 телефонына мөрәжәғәт итегеҙ.
Мәктәп формаһы, аяҡ кейемдәре, спорт инвентарҙары ла ҡабул ителә. Улар яңы йәки яҡшы торошта булырға тейеш. Ә уҡыу кәрәк-ярағының яңылары ғына ярай.
«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» акцияһы 13-сө тапҡыр үтә.