+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
16 Октябрь 2023, 17:00

Тимурсылар өлгө күрһәтә

Әбделмәмбәт мәктәбендә V – ХI синыфтар бер-береһе менән ярыша-ярыша ветерандарға ярҙамға йөрөй. Улар тимурсы булыуҙары менән ғорурлана. «Инәйҙәр һәм олатайҙар өсөн ауыр булған эштәр беҙгә күңелле уйын һымаҡ ҡына», – тиҙәр.

Тимурсылар өлгө күрһәтә
Тимурсылар өлгө күрһәтә

VIII синыф уҡыусылары (һүрәттә) күптән түгел Яхиндар ғаиләһенә картуф йыйып алышыуҙарын ҡыуанып хәтерләй:
– Мәктәбебеҙҙең ветеран уҡытыусыһы Рәсимә Нуриман ҡыҙы менән урман хужалығы ветераны Рауил Сәлимйән улының балалары алыҫта йәшәй. Беҙ уларға ярҙам иттек. Бергәләп тиҙ генә эште тамамлағас, хужабикә тәмле аштар менән һыйланы, ә Рауил Сәлимйән улы тәбиғәткә бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрен һөйләне. Ветерандар беҙҙе рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалды.
Директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлфинә Ҡасимова әйтеүенсә, өлкән синыфта уҡыған тимурсылар ауылдаштарына утын ярып һәм өйөп бирә, ҡыш­ҡыһын ҡар көрәшә, ә V – VIII синыфтыҡылар иҙән йыуыу, картуф ҡаҙыу кеүек эштәрҙе башҡара. Әбделмәмбәт ауылынан байтаҡ ир-егет махсус хәрби операцияла ҡатнаша, тимурсылар уларҙың ғаиләләренә лә ярҙам итергә өлгөрә.


Нурзиә ХӘСӘНОВА.
Бөрйән районы.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: