+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
19 Октябрь 2023, 21:55

Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була

Өфөлә “Ҡаршылыҡтарҙы еңеп” II Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең беренсе көнө тамамланды.

Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була

Сараның төп темаһы – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу. Өс көнлөк форумда бөтә илдән ойошмалар ҡатнаша.

Ишетеү, күреү һәләте насар булған, терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған инвалидтарҙың тормошон еңеләйтерлек яңы ҡоролмалар менән танышырға мөмкин. Төрлө майҙансыҡтарҙа оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр үтә башланы ла инде. “Торатау” конгресс-холының тирмәһендә, мәҫәлән, һуҡырҙар өсөн китаптар ҡуйылған. Залда кино ҡарарға була. Инклюзив мода күрһәтеү һәм концерт та ҡаралған.

Ике йөҙләп билдәле спикер осрашыуға саҡырылған. Шуларҙың береһе – Рәсәйҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн сығарылған берҙән-бер журнал – “Мин булдырам” исемле баҫма мөхәррире Андрей Кокарев менән осрашыу файҙалы булды. Теүәл 14 йыл элек ошо көндә ДЦП диагнозы менән улы донъяға килә уның. Йәш ата-әсә юғалып ҡалмай, ауырлыҡҡа бирешмәй. Ә ике йыл элек ошондай ватандаштары өсөн журнал нәшер итә башлайҙар. Мәҡәләләр уларға көс бирә, ә геройҙар үҙҙәре һоҡландыра, ти журналист. Үҫмер малайы ла төрлө идеялар тәҡдим итә, интервью ала хәҙер.

Хәйриә йәрминкәһе гөрләп торҙо. Һатып та, үҙҙәренеке кеүек тауар яһарға өйрәтеп тә торған ихлас оҫтабикәләр менән танышам. Баймаҡ районындағы Темәс психоневрология интернаты хеҙмәткәрҙәре икән. Мәҙәни саралар ойоштороусы Айгөл Урмантаева менән хеҙмәт буйынса инструктор Мәүлиҙә Ҡаҙаҡбаева ике тәрбиәләнеүсеһе менән килгән. Айгөл Туванаева һәм Ольга Ефремова улар етәкләгән “Алтын селтәр” түңәрәгендә теләп шөғөлләнә. Улар ҡулдары менән яһалған милли түшелдеректәр тиҙ арала һатып бөтөлгән. Айгөл һәм Ольга ханымдарға йәнә бушлай матур причёскалар ҙа яһағандар, форумдағы башҡа майҙансыҡтарҙа ла булған улар. Конгресс-холдың мөһабәтлегенә һоҡланыуҙарын йәшермәйҙәр. Шуға ла үтеп барған менән көн менән бик ҡәнәғәттәр. Ә етәкселәре Айгөл Урал ҡыҙы һәм Мәүлиҙә Мөнир ҡыҙы оҫталыҡ дәресе үткәреп, иллегә яҡын кешене милли биҙәүес эшләргә өйрәтә алыуына шат. Афарин!

Форум тағы ике көн барасаҡ. “Торатау”ға рәхим итегеҙ!

Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Ҡаршылыҡтарҙы еңеп була
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: