+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
21 Ноябрь 2023, 12:00

Исламдың мәктәпкә сәйәхәте

Ислам Ҡаһармановҡа – 16 йәш. Ул – гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, редакция үткәргән бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, бүләктәр отоп ҡыуана. Һаулығы буйынса ҡыйынлыҡтар кисереүе арҡаһында Ислам мәктәпкә йөрөй алмай, өйҙә компьютер аша уҡый. Асыҡ күңелле үҫмерҙең тиҫтерҙәре менән йышыраҡ күрешкеһе һәм аралашҡыһы, ысын мәктәптә булып ҡайтҡыһы килә ине. Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбенә ҡунаҡҡа саҡырыу алғас, уның нисек һөйөнгәнен күр­һәгеҙ!

Исламдың мәктәпкә сәйәхәте
Исламдың мәктәпкә сәйәхәте

Экскурсияға, Исламдан тыш, Республика мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгенең Сибай филиалы һәм Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәре уҡыусылары ла барған. Улар өсөн был матур сәйәхәтте Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана хеҙмәткәре Гөлнара Вәлиева ойошторған.
– Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбе директоры Рәсүл Аҡсабаев ишек төбөндә үк балаларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Экскурсия хеҙмәт кабинетынан башланды. Унда хеҙмәт уҡытыусыһы Нурғәле Садиҡов балаларҙы төрлө станок һәм эш ҡоралдары менән таныштырҙы. Уҡыусылар тиҫтерҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡарап һоҡланды. Дефектолог Әлиә Аҙнағолова, социаль педагог Луиза Шәйнурова һәм психолог Роза Моталлапова күңелле дәрестәр ойошторҙо. Балаларға бигерәк тә ҡомда һүрәт төшөрөү, ҡоро бассейнда уйнау оҡшаны. Логопедтар Флүзә Үлйәбаева менән Альбина Мөхәмәтйәрова ҡыҙыҡлы уйындар үткәрҙе, китапханасы Әлиә Ыласынова балалар яратып уҡыған китаптар менән таныштырҙы, – тип тәь­ҫораттары менән уртаҡлашты Исламдың әсәһе Фәнүзә апай Ҡаһарманова.
Мәктәптәге экскурсия ашханала тамамланған. Ашнаҡсы апайҙар уларҙы йылы, тәмле аштар әҙерләп көтөп торған.

Исламдың мәктәпкә сәйәхәте
Исламдың мәктәпкә сәйәхәте
Исламдың мәктәпкә сәйәхәте
Исламдың мәктәпкә сәйәхәте
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: